Башҡорт грушаһы һәм винограды

Тулыраҡ: Башҡорт грушаһы һәм винограды

Башҡортостан селекцияонерҙары үҫтергән грушаның яңы төрө импорттан индерелгән емештәрҙе алмаштырыуы ихтимал. Әле ағастар дәүләт тикшереүе үтә. Әгәр ҙә “Шатлыҡ” тип аталған яңы сорт үҙенең юғары сифатын аҡлаһа уны рәсми реестрға индереп һатыуға сығарасаҡтар. Кушнаренко селекция үҙәгендә 50 йыл буйына өйрәнелгән яңы төр виноград та һынау үтә.
Груша быйыл башҡа емештерҙән ҡарағанда яҡшыраҡ уңыш бирә. Бигерәк тә селекционерҙар “Шатлыҡ” тоҡомло ағас емешенә ҡарап һөйөнә. Бер грушаның ауырлығы 250 граммға етә, беҙҙең климат өсөн был рекорд.
Рәсәйгә груша башлыса ситтән индерелә, тиҙ боҙолмаһын өсөн уны зарарлы газдар һәм махсус май менән эшкәртәләр. Бындай емеш әлбиттә, үҙебеҙҙә үҫтерелгәндән ҡарағандан сифаты яғынан күпкә ҡалыша. Башҡортостан селекционерҙары сығарған яңы сорт импортты тулыһынса алмаштарыпға һәләтле. Тик бының өсөн баҡсаларҙы тергеҙеү зарур.
Беҙҙең климат шарттарына яраҡлашырҙай сорттарҙы сығарыу өсөн тиҫтәләрсә йылдар үтә. Мәҫәлән, “Стреляев табышы” тип аталған виноградтың тәүге бөрөһөн 1956 йылда килтерәләр. 60 йыл элек башланған һынауҙы ғалимдар әле генә тамамлай.
Илдә виноград үрсетеү менән шөғөлләнгән питомниктар араһында Кушнаренко селекция үҙәге иң төнъяҡта урынлашған. Йылы яратыусы культураны ҡырыҫ шарттарға тик бында ғына яраҡлаштыралар. Шулай уҡ селекция үҙәгендә беҙҙең төбәккә хас булмаған культураларҙы ла үҫтерәләр. Улар араһында һырғанаҡ, айва, айыу баланы, йәки жимолость хатта абрикос бар. Башҡортостан ғалимдары быуатҡа яҡын тикшереүҙәр барышында 30-лаған төр ағас емештәре сортын уйлап тапҡан. Уларҙың күбеһе беҙҙең шарттарҙа уңышлы үҫкән емештәр. Бигерәк тә баҡсасыларҙа ҙур һорау менән ҡулланыла, тик киң сауҙала әле ялған үҫентеләрҙе ҡыҫырыҡлап сығара алмай.