Туғандарҙың уртаҡ тел таба алмау арҡаһында, ауырлы ҡатын тыуған йортонан сығып китергә мәжбүр. Теманы хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә. Сентябрь айы Нәйлә Ғилманова өсөн икеләтә ҡыуаныслы. 6 йәшлек улы 1-се синыфҡа бара һәм ике аҙнанан икенсе сабыйы донъяға килергә тейеш. Тик тап ике аҙнанан ул балалары менән урамда ҡаласаҡ. Сөнки өләсәһе ейәнсәрен тыуған йортонан ҡыуа.
Нәйлә Ғилманова 92-се йылда Урта Азиянан, ғаиләһе менән Башҡортостанға күсеп ҡайта. Шул йылда уҡ Өфө янында ер һатып алып, өй төҙөй башлайҙар. Тәүҙә йортто өләсәһе исеменә яҙа, һуңынан Нәйләгә рәсмиләштерәләр.
Нәйлә Ғилманова әйтеүенсә, бер аҙҙан әсәһенең бер туған апаһы өләсәһен кире өйҙө үҙ исеменә яҙҙырыуын талап итә башлай. Дүрт йыл эсендә үҙ теләгенә ирешә лә инде. Хәҙер ауырлы ҡатын суд ҡарары буйынса тиҙ арала йортто бушатырға тейеш.
Зәйнәб Байкова – Нәйләнең өләсәһе. Әлегә ул ҡыҙында, Нәйләнең инәһендә йәшәй. Тап шул инәһе ейәнсәр менән өләсәһе араһында ығы-зығы ҡуптара ла инде. 83 йәшлек инәй, Нәйләне ҡыҙым кеүек тәрбиәләнем. Тик һуңғы ваҡытта ул мине ныҡ туҡманы, ти.
Юрист, Лилиә Хәсәнова әйтеүенсә, Нәйлә Ғилманованың бар яҡтан да хоҡуҡтарын боҙғандар.
Әлегә ике бала әсәһе суд ҡарары буйынса әйберҙәрҙен йыйып, өйҙән сығырға әҙерләнә. Сөнки 17 сентябрҙә Нәйлә Ғилманова йортто бушатырға тейеш. Ә был дата уның сабыйы тыуған көнгә тура килә.