Хәҙер организмдың ҡайһы сирҙәргә бирешеүсәнлеген асыҡлар өсөн күп ваҡыт та, табип юлламаһы ла кәрәкмәй. Һәр теләгән кеше генетик тикшереүҙәр аша нәҫелдән килгән сырхауҙы йә иһә, организмға ҡурҡыныс менән янаған ауырыуҙы туҡтата ала. Сәләмәтлек серҙәре тураһында киләһе яҙмала. Тамырҙан алынған ҡан, йә иһә ауыҙҙағы шайыҡ аша кеше организмының сәләмәтлеге асыҡлана. Һуңғы ваҡытта бигерәк тә яман шеш сирен беренсе, икенсе стадияһында тап булыу осраҡтары йышайҙы. Белгестәр билдәләүенсә, яман шештең барлыҡҡа килеүе, күбеһенсә, тирә-яҡ мөхиткә һәм нәҫел сиренә бәйле. Кеше ҡан тапшырғас, уның ДНК-һы аша организмдың зарарлы матдәләргә ҡаршы тороуы, дарыуҙарҙы үҙләштереү, стресҡа бирешеү-бирешмәүсәнлек кимәлдәрен тикшереп белергә була.
ДНК тикшереүҙәр үтеп, таҙартылғас, махсус һауытҡа урынлаштырыла.
Был һауытта күҙәнәктәрҙән алынған ДНК медузаһы. Таҙартыуҙар аша үткәндән һуң уны спиртҡа һалалар. Тәү ҡарауға ул бәләкәй генә булып күренә, ә ысынында иһә уның оҙонлоғо ике-өс метрға тиклем барып етә.
Хәбәрсе. Бәләкәй генә булып күренгән ДНК медузаһы кеше организмының ҙур мәғлүмәт сығанағы булып тора. ДНК анализы аша бигерәк тә, бала табырға әҙерләнгән йәш ата-әсәгә нәҫелдә ниндәй ауырыу барлығын асыҡлау мөһим. Әгәр ҙә нәҫел сире табылһа, ваҡытында уҡ саралар күрелә.
Һәр ДНК-ла үҙенсә мутациялар бар. Ҡулланылған дарыуҙарҙы, тирә-яҡ мөхит йоғонтоһон да кеше төрлөсә ҡабул итә. Организмда нәҫелдән килгән сырхауҙарҙы һәм яман шеш ауырыуын күрһәткән мутацияларҙы ваҡытында кисектереү юлдарын табыу – генетик тикшереүҙең төп маҡсаты булып тора.