Өфөлә төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале башлана

Тулыраҡ: Өфөлә төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале башлана

Быйыл ул Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу һәм коллективтарҙың милли кейемдәрҙәге парады менән асыла. Һуңынан Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында тамаша уҙғарыла. Унда 7 ырыу аҡһаҡалдары ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын күрһәтә. Сара 11 театрҙы берләштерә. Улар араһында сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән коллективтар бар. Фестиваль директоры Олег Ханов әйтеүенсә, бөгөн сәхнәлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектакле.