Вирус менән зарараланған туристар араһында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ ҙә бар. Хәбәрселәр уның һәм табиптар менән осрашып, коксакиның организм өсөн ҡурҡыныс булыу- булмауы тураһында белеште. Өс көн юғары температура, шешкән тамаҡ, сәберткән тән, эс китеүе — был симптомдарҙы быйыл Төркиәлә ял иткән Рәсәй туристары үҙ сәләмәтлегендә татыны. Хеҙмәттәшебеҙ Гөлшат Вәлиеваның да ғаиләһен вирус ситләп үтмәгән. Төркиәнән улар юғары температура менән ҡайтты. Төркиәлә Коксаки вирусы тиҙ тарала, тигән хәбәрҙән туристар ҡурҡмай, туристик агентлыҡтарҙа был йүнәлештә әле һаман юлламалар ҙур һорау менән ҡуллана. Һауа һәм һыу аша таралған Коксаки киҙеүен халыҡ ниндәйҙер яңы сир, тип ҡабул итһә лә, табиптар уның йыл да булыуын белдерә. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Коксаки А 6 һәм Коксаки А10 штаммдарының 4 кешелә булыуын теркәне. Уға тәү сиратта 10 йәшкә тиклемге балаларҙың тиҙ бирешеүе, төбәктә һаҡланыу сараларын күреүгә килтерҙе. Донъяла 200-ҙән ашыу энтеровирус барлығы теркәлгән. Коксаки шуларҙың береһе. Табиптар был киҙеүҙән һаҡланыуҙың төп алымы — ул шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, тип иҫкәртә.
Коксаки киҙеүе – Башҡортостанда
Тулыраҡ: Коксаки киҙеүе – Башҡортостанда