Һаулыҡ өсөн көрәш

Тулыраҡ: Һаулыҡ өсөн көрәш

Эпилепсия ауырыуы менән яфаланған егет табиптар яҙған дарыуҙы бушлай алыу өсөн көрәшә. Был һорауҙы асыҡлар өсөн уның әсәһе судҡа мөрәжәғәт итә. Ҡыйбат торған дарыуҙарҙы кемдең бушлай алырға хоҡуғы бар.

Ун йыл элек Тимурға табиптар эпилепсия ауырыуы диагнозы ҡуя. Әллә нисәмә йыл дауахана юлын тапаған егерме ике генә йәшлек егеткә күп төрлө дарыу алыштырырға тура килә. Былтыр табиптар Тимурға өс төрлө яңы дарыу яҙа. Көтөлмәгән ваҡытта йығылмаһын һәм үҙен яҡшыраҡ тойһон өсөн ул дарыуҙарҙы көн һайын ваҡытында эсергә тейеш. Икәүһе дарыуханала һатыла, ә өснсөһө сауҙала бөтөнләй юҡ. Табиптар яҙған дарыуҙы һатып алыр өсөн ай һайын ун мең һумға яҡын аҡса китә. Тимур хәле насар булыу сәбәпле уҡырға йөрөмәй, эшкә лә урынлаша алмай. Шуға ла бар көстө әсәһе үҙ иңенә алған. Үҙ хоҡуҡтарын яҡшы белгән ҡатын был мәсьәлә буйынса прокуратура хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә. Киров районы суды Роза Йәһүҙина яҙған ғариза буйынса ҡуйылған һорауҙы тикшергән һәм дарыуҙар бушлай бирелергә тейеш тигән ҡарар сығарған.

Эпилепсия ауыры менән яфаланған кешеләргә дарыу бушлай бирелә. Бының өсөн табиптарҙа тикшерелеп, диагноз ҡуйҙыртҡас, тейешле документтарҙы йыйырға кәрәк. Ҡыйбат торған дарыуҙар беренсе төркөмгә ҡараған инвалидтар, һаулығы насар булыу сәбәпле эшләмәгән икенсе төркөм инвалидтар, мөмкинлектәре сикләнгән балалар, шулай уҡ орфан ауырыуы менән сирләүселәргә бушлай бирелә. Әгәр ҙә ауырыған гражданиндың дәүләт ярҙамына хоҡуғы булып та, дарыуҙар бирелмәй икән, белгестәр был мәсьәләне буш ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.