Өфө ҡалаһында “Новобулгаково” йәшәү комплексында торлаҡ алырға теләп,ҡатмарлы хәлгә ҡалыусылар пикет ойошторҙо

Тулыраҡ: Өфө ҡалаһында “Новобулгаково” йәшәү комплексында торлаҡ алырға теләп,ҡатмарлы хәлгә ҡалыусылар пикет ойошторҙо

Пикетҡа иллеләгән кеше сығып баҫты. Уның маҡсаты: алданған өлөшсөләргә иғтибар йәлеп итеү. “Новобулгаково” йәшәү комплексы 2012 йылда төҙөлә башлап, 2015 се йылға торлаҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине. Төҙөлөп бөтөүҙең датаһы ике тапҡыр күсерелгән. Һуңғыһы-быйылғы октябрь. Ләкин пикетҡа сығыусылар был вәғәҙәгә ышанмай, сөнки өйҙәрҙең стеналары ла күтәрелеп бөтмәгән. Вәғәҙә ителгән фатирҙарҙы бөтәһе 600-ләп кеше көтә. Төҙөлөштө алып барған “Стройвертикаль” йәмғиәте төҙөлөштөң туҡтап ҡалыуын 2014 йылдағы көрсөккә бәйләй.