Һөтсөлөк тармағында яңы программа

Тулыраҡ: Һөтсөлөк тармағында яңы программа

Башҡортостанда һөт етештереү менән шөғөлләнергә теләгән хужалыҡтар өсөн яңы дәүләт программаһы әҙерләнә. Ул быға тиклем эшләп килгән “500 ферма”-ға алмаш булырға тейеш. “Башҡортостанда 2020-2030 йылдарҙа һөтсөлөк тармағын үҫтереү стратегияһы” тип аталған проект 10 йыл эсендә һөт етештереүҙе 2 ярым 3 тапҡырға арттырыр тип күҙаллана. Маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт субсидияһы үҫеш гарантияларҙай хужалыҡтарға ғына бүленәсәк.

Өр яңы ҡоролма, заманса һыуытҡыстар һәм автоматлаштырылған система. 10 йылдан ашыу буш торған ферма 1 йәй эсендә күҙгә күренеп үҙгәрә. Бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡ бинаһын төҙөкләндереүгә әле инвестор 12 миллиондан ашыу аҡсаһын һалған.

Яңы фермаға ҡайтарыласаҡ малдар өсөн шарттар элекке кеүек түгел тип ҡыуана аграрийҙар. Яҡшы һауым алыр өсөн дә, малдарҙы заманса технология буйынса аҫрау, үрсетеү ҙә бер ни тормай.

Эштәр яйға һалынһа матди сығымдар тиҙ арала аҡлана. Хужалыҡтың дәүләт ярҙамына ла өмөтө ҙур. Тик яңы программаға эләгер өсөн бер теләк кенә етмәй, ферма заман талаптарына тулыһынса яуап бирергә тейеш.

Республикала эшләп килгән 500 ферма программаһы быйыл тамамлана. Дүрт йыл эсендә төбәктә уның буйынса 414 бина яңыртылды. Программа күп ауылдарҙа ташландыҡ хәлдәге һарайҙарҙы һаҡлап ҡалырға һәм унда заманса һөт-тауар фермалары булдырырға ярҙам итте. Был маҡсатта хужалыҡтарға субсидия рәүешендә ике миллиардтан ашыу аҡса бүлеп бирелде.

Алмашҡа киләсәк яңы программа мал һанын арттырыу менән бер рәттән һәр һыйырҙан һауылған һөт күләмен дә үҫтереүгә баҫым яһаясаҡ. Былтыр төбәктә ете йөҙ мең тонна һөт һауылһа 2030 йылға был һан ике миллион тоннаға етергә тейеш.

500 ферма программаһы ярҙамында һөт етештереү күләме буйынса Башҡортостан тәүге урындарға сыҡты. Әммә әлегә һәр һыйырҙан алынған килем буйынса беҙ ни бары 42-се урында. Ә һөт комбинаттары 60 процентҡа ғына аҡ аҙыҡ менән тәьмин ителгән. Бынан тыш сисәһе мәсьләләр бихисап, был заманса фермалар өсөн юғары кваллификациялы белгестәр әҙерләү ҙә, хужалыҡтарға ҡиммәтле ҡоролмалар ҡайтарыу, тоҡомло мал һанын артырыу һәм башҡалар. Һөтсөлөк тармағын үҫтере стратегияһы был мәсьәләләрҙе хәл итер тигән өмөт нығына.