Еңеүсегә – автомобиль!

Тулыраҡ: Еңеүсегә – автомобиль!

Беҙҙең телеканал бөгөндән Башҡортостан радиоһының 90 йыллығы уңайынан күләмле акция башлай. Еңеүсене ҙур бүләк — автомобиль көтә. Бына ошо ҡыҙыл ҡорос ат беҙҙең телеканал тупһаһында бөгөндән хужаһын көтә. Уны эйәрләр өсөн беренсенән Рәсәй-Башҡортостан телеканалының тоғро тамашасыһы булырға, икенсенән Башҡортостан радиоһының шанлы тарихын яҡшы белергә, өсөнсөнән өлгөрлөк күрһәтергә кәрәк. Башҡортостан радиоһының 90 йыллыҡ юбилейына арналған акция һорауҙарға яуап биреүгә нигеҙләнә.

Беренсе һорау бөгөн кис Хәбәрҙәр–Башҡортостан программаһының 20 сәғәт 44 минуттағы сығарылышында иғлан ителәсәк. Башҡортостан радиоһы тарихына ҡағылған һорауға яуаптың өс төрө тәҡдим ителә, шуларға дөрөҫ яуапты СМС тауыш булараҡ тәүгеләрҙән биргән тамашасы буласаҡ еңеүсе исемлегендә урын ала. Автомобиль бүләк тамашасының ҡыҙыҡһыныуын уятып ҡына ҡалмай, ә республикабыҙ тарихының мөһим бер тармағына иғтибар менән ихтирам нығытыуҙы күҙ уңында тота. Етди һорауҙарға яуап бирер өсөн белешмә-энциклопедияларҙа ҡаҙынырға тура килеүе мөмкин.

Акцияға ҡағылған тулы мәғлүмәт беҙҙең Интернеттағы сайтта бар. “ГТРК нөктә ТВ” адресын баҫып “Автомобиль бүләк итәбеҙ”тигән битте асырға кәрәк. СМС-хәбәрҙе иһә 5522 ҡыҫҡа номерына “Россия” һүҙенән һуң бер буш урын ҡалдырып дөрөҫ тип иҫәпләгән яуап һанын яҙып ебәреүегеҙ көтөлә. СМС портал һорау яңғырағандан һуң бер сәғәт асыҡ ҡала. Тимәк, яуаптарҙы 60 минут эсендә ебәреп өлгөрөү мөһим. Дөрөҫ яуап иһә Хәбәрҙәр-Башҡортостан программаһының 20 сәғәт 44 минуттағы сығарылышында һорау биргән көндөң иртәгәһенә иғлан ителә. Башҡортостан радиоһының 90 йыллығына арналған акция 17 ноябргә тиклем үтә.