Бер нисә йыл элек Рәсәйҙең Оборона министрлығы “Юнармия мәктәбен” булдырыу тураһында иғлан иткәйне. Әйткәндәй, уны тормошҡа ашырыу башланғысы менән Башҡортостан республикаһы сыҡты һәм Өфөнө пилот проект булараҡ тәҡдим итте. Ошо көндәрҙә баш ҡала уҡыусылары Рәсәйҙең Йәштәр армияһы мәктәбенә ағза итеп алынды. Бында уларға биохимия, физика, химия һәм патриотик тәрбиә биреү фәндәре буйынса ентекле белем биреләсәк. Проектта ҡатнашҡан уҡыусылар фән менән генә түгел, төрлө түңәрәктәрҙә һәм махсус лагерҙарҙа спорт менән дә шөғөлләнәсәк. Ә Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырғанда дөйөм балға өҫтәп Оборона министрлығы 30 бал ҡуша. “Йәштәр армияһы мәктәбе” проектында баш ҡаланан тиҫтәгә яҡын мәктәп ҡатнаша, барлығы унда 300 уҡыусы ингән. Хәҙер, был мәктәпкә тағы ла 150 бала өҫтәлде.
З.Шәрипов,У.Шәрипов ХБ