Башҡортостан Дәүләт телерадикомпанияһы Русфонд менән бергә ауырыу балаларға ярҙам итеү акцияһын дауам итә. Улар рәтендә ете йәшлек Алтынай Нишанова ла бар. Йөрәк сире менән яфаланған сабыйға ашығыс рәүештә операция кәрәк. Республика кардиология үҙәге табиптары операцияны бушлай яһарға әҙер, ләкин эндоваскуляр операцияны эшләү өсөн махсус ҡоролма — окклюдер кәрәк. Уның хаҡы – 285 мең 600 һум. Ғаилә изге күңелле телевизор ҡараусыларға мөрәжәғәт итә.
Яңы ғына ете йәшен тултырған Алтынай быйыл беренсе класҡа барҙы. Бәләкәй сағынан бар яҡтан өлгөр, тырыш булып үҫкән ҡыҙ инде әкиәт-хикәйәләрҙе үҙ аллы уҡый белә.
Балалар баҡсаһына йөрөгәндә лә Алтынай үҙ теләге менән гимнастика түңәрәгенә яҙыла. Әммә түңәрәккә йөрөгән саҡта, ата-әсәһе һуңғы ваҡытта уның хәле тиҙ бөтөүен, тыны ҡыҫылыуын һиҙеп ҡала. Медицина тикшереүе үткәндә, ҡыҙҙа йөрәк сире табалар. Сабыйҙың ата -әсәһе өсөн был көтөлмәгән хәл була.
Йөрәк ауырыуына ҡарамай, Алтынай яратҡан шөғөлдәрен ташламай, ата-әсәһенә бер туған ҡустыһын да ҡарашырға ярҙам итә. Әммә ун биш минут һайын — мотлаҡ тәнәфес. Сөнки сабыйҙың башы әйләнә, устары тирләй башлай. Шулай ҙа бар яҡтан да өлгөр ҡыҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйған. Киләсәктә ул хатта бер түгел, ике һөнәр һайлаған.
Алтынай һауыҡһын һәм уның бар хыялдары тормошҡа ашһын өсөн табиптар тиҙ арала эндовоскуляр операция яһау кәрәклеген иҫкәртә. Республика кардиология үҙәге табиптары уны бушлай яһарға әҙер.
Алтынайға ярҙам итеү ысулдары Русфонд һәм беҙҙең телерадиокомпанияның сайтында күрһәтелгән. Үткән тапшырыуҙа, шәкәр диабеты менән яфаланған Әмир Камалетдиновҡа аҡса йыйылған. Алтынайға ла эндоваскуляр операцияны эшләү өсөн махсус ҡоролма — окклюдер кәрәк. Уның хаҡы –285 600 һум. Бәләкәй ҡыҙҙың сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кем уға ярҙам итә ала. Бының өсөн 5542 һанына латин хәрефтәре менән DETI һүҙен яҙып смс-хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы 75 һум. Бәлки тап һеҙҙең шәфҡәтле йөрәгегеҙ баланың яҙмышын үҙгәртер, уның ябай ғына теләктәрен тормошҡа ашырыр.