Президент Владимир Путин Башҡортостан инкассаторҙарын Батырлыҡ Ордены менән бүләкләне

Тулыраҡ: Президент Владимир Путин Башҡортостан инкассаторҙарын Батырлыҡ Ордены менән бүләкләне

Был туралағы Указға кисә ҡул ҡуйылды. Юғары дәүләт наградаһы Сбербанк бүлексәһе инкассаторы Вячеслав Симоновҡа үлгәндән һуң тапшырыла, икенсе орден уның хеҙмәттәше Руслан Сөләймәновҡа бирелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылдың 22 августында ағалы-ҡустылы 3 бер туғандар банкоматты хеҙмәтләндерергә килгән инкассаторҙарға һөжүм иткәйне. Енәйәтселәр хеҙмәткәрҙәрҙең береһенә бензин һибеп ут төртә. Вячеслав Симонов тән бешеүенән бер нисә көндән вафат булды.