Республика бюджетын йәнә үҙгәрештәр көтә

Тулыраҡ: Республика бюджетын йәнә үҙгәрештәр көтә

Депутаттар улар буйынса йәмәғәт фекер алышыуы ойоштора. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай шулай уҡ ата-әсәгә үҙ балаһына исем һайларға ярҙам итеү сараһын да сираттағы пленар ултырыштың көн тәртибенә сығарҙы. Республика парламенты президиумы Дәүләт Йыйылышының 50-се ултырышын 21 сентябрҙә үткәрергә ҡарар итте.

Депутаттар ҡарамағына сығарылған 30-ҙан ашыу закон проекттары араһында айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятҡаны республика бюджетының килем һәм сығым өлөштәренә үҙгәрештәр. Бүленгән аҡса тәү сиратта торлаҡ биреү, юл төҙөлөшө һәм адреслы проекттарҙы финанслауға йүнәлтеләсәк.

Башҡортостанда яңы тыуған балаға мәғәнәһеҙ исем ҡушыу осраҡтары теркәлгәне булмаһа ла депутаттар республиканың ғаилә кодексына федераль законға ярашлы үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Кисектергеһеҙ тикшереүҙе талап иткән закон проекттарының тағы ла береһе алданған өлөшсөләрҙе яҡлау мөмкинлеген күҙ уңында тота.