Был Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ойошторған рейд барышында асыҡланды. Белгестәр ҡалалағы социаль әһәмитәле биналарҙы, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән автомобиль ҡуйыу урындарын тикшерҙе. Ҡаланың үҙәк өлөшөндә генә тиҫтәләгән ҡағаиҙә боҙоу осраҡтары теркәлде. Автоледи ни өсөн инвалидтарға тәғәйенләнгән туҡталҡаға машинаһын ҡуйғанын аңлатып тормайынса ҡасыу яғын ҡараны. Ә бындай һөмһөҙ автоһәүҫкәрҙәрҙе ҡаланың һәр туҡталышында осратырға мөмкин. Рейд барышында беҙ бер-нисә дәүләт учреждениһы, сауҙа үҙәктәрендә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән туҡталҡаларҙы тикшерҙек. Рейд барышында тиҫтәләгән иҫкәрмә яһалды. Был, тәү сиратта мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең хоҡуҡтарын боҙоуға бәйле. Күптәре, бөтә етешһеҙлектәр тиҙ арала хәл ителәсәк, тип ышандырҙы. Инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән урында махсус юл билдәләре, ә асфальтта тамға һыҙылған булырға тейеш. Ә туҡталҡанан бинаға эләгеү өсөн бордюр кеүек бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ булмауы шарт. Ҡалала автомобилдәр өсөн туҡталҡалар мәсьәләһе киҫкен, бигерәк тә үҙәк урамдарҙа тимер атты ҡуйыу урынын табыу ауырға төшә. Күпселек автоһәүҫҡәрҙәр, бер нисә артыҡ аҙым яһарға иренеп инвалидтар өсөн тәғәйен урындарҙа автомобилен ҡалдырыуҙы хуп күрә. Әммә мөмкинлеге сикләнгән водитель өсөн был аҙымдар күпкә ауыр бирелеүен уйлап та бирмәй, шул уҡ ваҡытта ҡағиҙәне боҙған өсөн штраф буласағын да онота. Инспекторҙарҙың бындай автомобилдәрҙе эвакуаторға тейәп алып китергә лә хоҡуғы бар.
Уңайлы мөхит программаһы Өфөлә тулы ҡеүәтенә эшләмәй
Тулыраҡ: Уңайлы мөхит программаһы Өфөлә тулы ҡеүәтенә эшләмәй