Өфө янындағы Михайловка ауылында ҡарттар йортонда оло йәштәге ун биш кеше тәрбиәләнә. 2016 йылда асылған был йортта бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Ҡарттар йортонда ололар нисек йәшәй, көндәрен нисек үткәрә?
Ҡарттар йортонда оло йәштәге кешеләрҙе кейенергә, ашарға ярҙам итеп, йөҙҙәрендә йылмайыу күрһәң һәм рәхмәт һүҙҙәрен ишетһәң үҙе ҙур шатлыҡ, ти Марина Карпова. Пансионатта тәрбиәләнгән ололарҙың күбеһе һикһән йәшен тултырған, шуға ла һәр береһе ярҙамға мохтаж.
2016 йылда Өфө янындағы Михайловка ауылында пансионат селтәре директоры Сергей Козырев ҡарттар йорто аса. 15 кешегә иҫәпләнгән ике ҡатлы өйҙә ололарға бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Уларҙы туғандары, күбеһенсә, ваҡытлыса йәшәргә килтерә.
Көн дауамында ололарҙың һәр береһе төрлө шөғөлдәр менән мәшғүл. Берәүҙәр һүрәт төшөрһә, икенселәре китап уҡый. Ҡарттар йортонда йыр-бейеүгә оҫта кешеләр ҙә бар. Шуларҙың береһе һикһән йәштән уҙған Фатима апай күп таҡмаҡ-йырҙарҙы яттан белә.
Пансионатта тәрбиәләнеүселәрҙең күбеһе һуғыш йылдарын үткән. Үҙҙәренең яҙмыш тарихтары менән бүлешергә әхирәттәр табылыуы, таҙа, йылы йортта йәшәүҙәренә улар сабый балалай ҡыуана.
Төрлө милләт вәкилдәре булыуына ҡарамаҫтан, оло кешеләр бер-береһе менән дә тиҙ уртаҡ тел тапҡан. Беҙ ҙур ғаилә, ти улар.