Был иһә уға юғары үрҙәр яуларға мөмкинлектәр бирә, тип дәлилләй ғалимдар. Бынан тыш, Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы молекуляр медицина үҙәгендә ризыҡтарҙың ҡайһыныһы файҙалы, йә киреһенсә сәләмәтлеккә зыян килтерә икәнен асыҡларға мөмкин.
Бер йыл элек асылған үҙәк заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Хәҙер бында эшләгән ғалимдарҙың мөмкинлектәре тағы ла артты. Мәҫәлән, кешенең днк-һын алып, белгестәр уның ниндәй спортҡа һәләте бар икәнен билдәләй ала. Шулай уҡ, бында кешенең стресҡа ҡаршы тора аламы икәнен билдәләйҙәр. Был да професиональ спорт менән шөғөлләнгәндә ҙур ярҙам булып тора, ти фән эшмәкәрҙәре. Әйткәндәй, ғалимдар кешегә киреһенсә, ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнергә ярамағанын да әйтә ала. Мәҫәлән, хоккей, йүгереү, йөҙөү һәм башҡа ошондай әүҙем спорт сараларында күңелһеҙ осраҡтар теркәлде – спортсыларҙың йөрәктәре ҡапыл туҡтап вафат булды. Үҙәк белгестәре баланы спортҡа бирер алдынан ошондай тест үткәрергә тәҡдим итә. Башҡорт дәүләт университет ҡарамағында эшләп килгән был үҙәктә башҡа төрлө хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә. Мәҫәлән, ғалимдар гендар буйынса кешегә ниндәй сирҙәр янағанын да асыҡлай ала. Шулай уҡ, үҙәктә кешегә ниндәй эсемлек һәм ризыҡтар ярағанын, уларҙы ниндәй күләмдә ашап-эсергә икәнен билдәләп, кәңәш итәләр. Шуныһы ла мөһим, был хеҙмәттәр барыһы ла түләүле.