Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ауылдаш-фронтовиктар исемен мәңгеләштергән. 92 йәшлек Адбулхай Кантюков тыуған Стәрлетамаҡ районы Кантюковка ауылында мемориаль һәйкәл асҡан.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә арналған һәйкәлде 1 сентябрь, Ҡорбан Ғәйете көнөндә асалар. Тантаналы сараға йөҙҙән ашыу кеше йыйыла. Һуғыш йылдарында Кантюковка ауылында ете тиҫтәгә яҡын ихата була һәм һәр йорттан тиерлек ир-егеттәр фронтҡа китә. Хәҙер уларҙың исемдәре гранитта мәңгеләштерелгән. Фронтҡа киткән ир-егеттәрҙең исемлеген тергеҙеүҙә, Кантюковка ауылы ағинәйҙәре ярҙам итә. Кемдәр фронттан ҡайтҡан, кемдәр яу яланында ҡалған, береһендә онотманыҡ, ти тыл ветерандары. Ветеран Абдулхай Кантюков әлегә Ҡазанда йәшәй. Мемориаль таҡтаны асыуҙы ул үҙенең бурысы итеп һынаны, ти ветерандың ҡыҙы Әлфиә Ханмурзина. Бөгөн Абдулхай Кантюков ауылда берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Һәм ул башҡарған эштәр, ватанға һәм күп йылдар элек биргән хәрби антҡа тоғролоҡтоң сағыу өлгөһө.