Беҙҙең телеканал Башҡортостан радиоһының 90 йыллығы уңайынан күләмле акция иғлан итте. Еңеүсене ҙур бүләк — автомобиль көтә. Акцияға ҡағылған тулы мәғлүмәт беҙҙең Интернеттағы сайтта бар. “ГТРК нөктә ТВ” адресын баҫып “Автомобиль бүләк итәбеҙ”тигән битте асырға кәрәк. Башҡортостан радиоһының 90 йыллыҡ юбилейына арналған тәүге һорау дүшәмбе Хәбәрҙәр–Башҡортостан программаһының 20 сәғәт 44 минуттағы сығарылышында иғлан ителде. Тәүге этапта 400-ҙән ашыу тамашасы ҡатнашты. Дөрөҫ яуап кисә яңғыраны. Ә бөгөн 20 сәғәт 44 минутта Хәбәрҙәр программаһында сираттағы һорау биреләсәк.
Еңеүсегә – автомобиль!
Тулыраҡ: Еңеүсегә – автомобиль!