Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж арта

Тулыраҡ: Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж арта

Эше юҡтың — ашы юҡ, туны юҡтың көнө юҡ, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Тик был әйтем Салауат механик-төҙөлөш колледжы студентары өсөн түгел. Эшсе һөнәр эйәләре бөгөндән үк хеҙмәт урындарына әҙерлек үтеп, юғары баһа ала.

Иретеп йәбештереүселәр, автомеханиктар, электриктар, тегеү оҫталары. Салауаттағы был колледж тап эшсе һөнәр оҫталарын әҙерләү менән хәҙер инде тиҫтәләрсә йыл шөғөлләнә. Техник мөмкинлектәр һәм ныҡлы база – был уҡытыуҙың һәм һөнәр үҙләштереүҙең беренсе баҫҡысы.

Урта белем биреүсе мәктәп программаһы менән бергә айырым һөнәр йүнәлеше буйынса уҡытыу яҡынса өс йыл ваҡыт талап итә. Тик, был-ҙур ваҡыт, тип ҡарау дөрөҫ түгел. Студенттар өсөн был ысул иң яҡшы юлдарҙың береһе. Кемдер артабан юғары уҡыу йортона юлланһа, икенселәрҙең шунда уҡ эшләй башлау мөмкинлеге лә бар. Хатта телевидение хәбәрсеһелә, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә ала. Бының өсөн бары тик теләк кенә кәрәк. Салауат механик-төҙөлөш колледжы республиканың көньяҡ өлөшө өсөн төп белем биреү үҙәге функцияһын да үтәп килә. Быйыл ғына Мәләүез, Федоровка, Ишимбай, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш райондарынан 300-ҙән ашыу студенттың тап ошонда белем алыуы быға асыҡ миҫал. Үҫмерҙәрҙең тормош шарттары ла беренсе урынға ҡуйылған. Бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡ күп кенә университет-институтарҙа ла юҡ. Әйткәндәй, кемдәр эшсе һөнәрен һайларға уйлай- әле ваҡыт бар. Салауат механик-төҙөлөш колледжында 1-се октябргә тиклем ҡабул итеү комиссияһы эшләй.

Башҡортостанда ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙә бөгөн эшсе һөнәрҙәренә ҡытлыҡ ҙур. Өфөлә, мәҫәлән, дөйөм вакансияларҙың 77%-тын тап улар тәшкил итә. Белгестәр әйтеүенсә, уҡытыусы, юрист, иҫәпсе, табиптарға ҡарағанда бөгөн эшсе һөнәр эйәләренә хеҙмәт урындары табыу күпкә еңел.

Бөгөн Салауат механик-төҙөлөш колледжын тамамлаған студенттарҙың белеме лә, уларҙың тырышлығы ла республикала ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә юғары баһалана.