Ғәзиздәрҙән ғәзиз әсәләр!

Тулыраҡ: Ғәзиздәрҙән ғәзиз әсәләр!

Республика йортонда күп балалы әсәләргә дан миҙалы тапшырыуҙың 133-сө тантанаһы үтте. Бынан 19 йыл элек ойошторолған дәүләт наградаһына йәнә 47 әсә лайыҡ булды. Ике тиҫтә йылға яҡын арала “Әсәлек даны” миҙалы ғаиләлә биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 7404 кешегә тапшырылған. Бөгөн бүләкләнеүселәр араһында Учалы менән Күгәрсен райондары алдынғы рәттә. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрик һүҙҙәренә ҡушып хөрмәтле әсәләргә ил ҡеүәтен нығытыуға бағышлаған хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Тантанала ҡатнашыусылар яуап һүҙендә республикала күп балалы ғаиләләргә ҡаралған ярҙам, әсәләргә күрһәтелгән хөрмәт өсөн рәхмәт әйтте.