Дәүләттән ярҙам алып бюрократия ҡармағына нисек элкмәҫкә?

Тулыраҡ: Дәүләттән ярҙам алып бюрократия ҡармағына нисек элкмәҫкә?

Башҡортостанда быйыл 6 ғаилә Әсәлек капиталы менән файҙаланып дәүләткә 60 мең һум бурыслы булып ҡалған. Уларҙың барыһы ла икенсе бала өсөн бирелгән аҡсаны торлаҡ алыуға тотонған. Баҡтиһәң, күсемһеҙ милек һатып алғанда әсәлек капиталын файҙаланғандарға Һалым Кодексын ентекле өйрәнергә кәрәк, юғиһә был бурыстан тыш пени һәм штрафтар булыуы ихтимал. Дәүләттән ярҙам алып бюрократия ҡармағына нисек элкмәҫкә һуң?

Алексей Хатылев Һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси биткә инеп 35 мең һум бурысы барлығын күреп аптырашта ҡала. Ғаилә бер нисә йыл элек яңы һатып алынған йорт өсөн Һалым органдарынан закон буйынса тейешле 13 процентты ҡайтарып ала. Әммә ул ваҡытта был аҡсаның бер өлөшөн дәүләткә кире ҡайтарырға тура килерен йәштәр уйлап та бирмәй. Проблема ике йыл үткәс кенә башлана.

Ғаиләлә икенсе ҡыҙҙары тыуғас Хатылевтар “Әсәлек капиталы”н ала, аҡсаны улар ипотеканы ҡаплауға йүнәлтә. Әммә был 453 мең һум өсөн алдан ҡайтарып алынған һалымды баҡтиһәң кире дәүләткә бирергә кәрәк булып сыға. Аңлатма артынан Һалым хеҙмәте идаралығына юлланабыҙ. Чиновниктар осраҡ менән яҡшы таныш, йыл башынан республикала 6 кешегә ошондай хәлгә тарырға тура килгән. Тағы ла 244 ғаиләнең аҡсаһы һалым түләүенән тотоп барыла.

Әсәлек капиталы өсөн процент ҡайтарыусылар исемлегенә башлыса социаль яҡланмаған төркөм кешеләре эләгә. Мәҫәлән, һатып алынған фатир йә йорт хаҡы 2 миллион ярымдан күберәк булған осраҡта бер нимә лә ҡайтарырға кәрәкмәй, сөнки 13 процентты 2 миллион һумдан ғына алырға мөмкин. Ә сумма аҙыраҡ булһа әсәлек капиталы өлөшө өсөн 13 процентты һалым органдары бирмәй. Түләп өлгөргән булһа, киренән бюджетҡа ҡайтарыуҙы талап итә.

Һалым Кодексында был тәртип аныҡ ҡына билдәләнмәгән, шуға күрә юристар суд аша дәғүәне кире ҡағырға мөмкин тип иҫәпләй. Шулай ҙа суд практикаһында Һалым органдарының еңгән осраҡтары бар.

Хатылевтар яңы декларация тапшырмаған өсөн хәҙер дәүләткә 7 мең штраф та түләргә бурыслы, тағы ла көнөнә 17 һум пени өҫтәлеп бара.

Әсәлек капиталын фатир хаҡын ҡаплауға тотоноп уның өсөн алдан алған аҡсаны ҡайтармағанын Һалым органдары бер нисә йылдан да асыҡлауы ихтимал. Мәҫәлән, икенсе фатир йә йорт һатып алған ваҡытта, ул саҡта 60 мең һумға өҫтәп штраф һәм һәр йыл өсөн 6 мең һумдан ашыу пени түләтеүҙәре ихтимал. Шуға күрә дәүләт биргән аҡса менән торлаҡ өсөн иҫәпләшкәндә Һалым органдары менән кәңәшләшеү артыҡ булмаҫ.