Төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” халыҡ-ара етенсе фестивале теүәл ике йылдан Өфөлә үтәсәк. 2019-сы йылға тәғәйенләнгән мәҙәни форум Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт академия драма театрының бер быуатлыҡ юбилейына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Ә кисә иһә алтынсы “Туғанлыҡ” фествиае еңеүселәре иғлан ителде. Ижад менән бергә оҫталыҡты үҫтереү. Актерҙарҙың был һүҙҙәрҙен девиз итеп тә алырға мөмкин. Иң яҡшы спектакль, иң оҫта актер һәм актриса, иң яҡшы режиссура. Бөгөндән төрки телле театрҙар иң яҡшылар итеп танылғандарға тиңләшергә тейеш. Төрки телле даирәлә алтынсыға уҙғарылған был фестиваль Башҡорт театрының иң юғары кимәлгә сығыуына тағы ла бер дәлил. “Иң яҡшы спектакль” “Ир егеттәр ролен иң яҡшы башҡарыусы актер” номинациялары ла тап Ғафури театрында. Баһалама комиссияһы фекеренсә, төрки театрҙар араһында исеме бар донъяға яңғырарға тейеш труппалар бихисап. Уларҙың береһе Ҡаҙағстандың “Жостар” коллективы. Ни бары ун йыллыҡ тарихы булған был труппа “Туғанлыҡ” фестивале сиктәрендә бер-нисә номинацияла тәүге урынға сыҡты. Иң яҡшы режиссура номинацияһы Ғәлиәскәр Камал театрының художество етәксеһе Фәрит Бикчәнтәевта. “Дон Жуан” комедияһын трагик йүнәлештә сағылдырға ижади эш фестивалдәге иң уңышлы проекттар иҫәбенән. Башҡортостан етенсе “туғанлыҡты” ла үҙендә ҡаршы аласаҡ. Теүәл ике йылдан Өфө тағы ла төрки ҡәүемдең мәҙәни баш ҡалаһына әйләнергә тейеш. Бушап ҡалған тамаша залы. Һүндерелгән уттар. Өфө халыҡ-ара “Тғанлыҡ” фестивале менән хушлаша. Башҡорт тирмәләре формаһындағы бүләктәр ҙә үҙ хужаларын тапты. Тик был хушлашыу оҙаҡҡа түгел. ике йылдан театрҙар йәнә “Туғанлыҡҡа” йыйыласаҡ.
Башҡорт театры юғары кимәлдә баһаланды
Тулыраҡ: Башҡорт театры юғары кимәлдә баһаланды