50 йыл элек Өфөнөң Институт урамы Комаров исеменә үҙгәртелә. Был хәл 1967 йылдың 25 апрелендә булған фажиғә менән бәйле. Ике тапҡыр Советтар Союзы геройы, космонавт Владимир Комаров “Союз 1” кораблендә һынауҙы уңышлы тамамлап, ергә ултырған ваҡытта төп парашют асылмай. Экипаж юғары тиҙлек менән ергә бәрелә. Герой йәшәгән йылдарында бер нисә тапҡыр Башҡортостанға килә. Уның тормош иптәше Валентина Яковлевна — Өфө ҡыҙы. Бөгөн Комаров урамында Владимир Михайлович иҫтәлегенә мемориал таҡта асылды. Тантанала шәхестең ейәндәре лә ҡатнашты.
Комаров исеме мәңгеләштерелде
Тулыраҡ: Комаров исеме мәңгеләштерелде