Рәсәйҙә сауҙа үҙәктәре, автовокзал, тимер юл вокзалдарынан халыҡ эвакуациялана

Тулыраҡ: Рәсәйҙә сауҙа үҙәктәре, автовокзал, тимер юл вокзалдарынан халыҡ эвакуациялана

Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында телефон терроры дауам итә. Кисә ял көнөндә илдең 11 төбәгендә генә теге йәки был сауҙа үҙәгенә шартлатҡыс һалыныуы тураһында 57 шылтыратыу булған. 8 мең кеше эвакуацияланған. Рәсәйҙең федераль именлек хеҙмәте шылтыратыуҙың ҡайҙан һәм кем яһағанын асыҡлаған. Быға тиклем телефон террорсылары ҡулға алынды, тип хәбәр ителгәйне. Әммә шунан һуң да бомба һалыныу тураһындағы хәбәрҙәр туҡтаманы. Өфөлә лә билдәһеҙ кеше шылтыратыуынан һуң эре сауҙа үҙәктәренән халыҡты эвакуацияларға тура килгәйне.