Өфөлә Бессонов урамы, 26-сы йорт янында тағы ла ер ишелеп төшкән

Тулыраҡ: Өфөлә Бессонов урамы, 26-сы йорт янында тағы ла ер ишелеп төшкән

Өфөлә Бессонов урамы, 26-сы йорт янында тағы ла ер ишелеп төшкән. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, бында яңыраҡ ҡына асфальт түшәлгән.Өфөлә ер ишелеү өсраҡтары йыш теркәлә башланы. Интернационал урамында ВАЗ машинаһы ер аҫтына киткәс халыҡ бындай хәбәрҙәрҙе һағайып ҡабул итә башланы. Һуңынан Беренсе май урамында, Победа кинотеатры ҡаршыһында яңы ғына һалынған юлда асфальт ишелеп төшкәс, рәсми органдарға мөрәжәғәттәр күбәйҙе. Әммә белгестәр ҡурҡырға бер сәбәп тә юҡ, тип ышандыра. Тик төҙөлөш эштәре башлар алдынан улар геологик һәм геодезик тикшереүҙәр үткәрергә саҡыра.