Ҡала урамдарын төҙөкләндереү, ихатаны тәртиптә тотоу, йәмәғәт транспорты эшен яйға һалыу йәһәтенән хәл ителәһе мәсьәләләр тураһында ни өсөн кисектермәй прокуратураға хәбәр итмәйбеҙ. Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҙәге белгестәре ике–өс минутта шартына килтереп ғариза яҙып тейешле адресҡа оҙатыу программаһын уйлап тапҡан.Республиканың радиоэлектрон кластерын прототиплаштырыу үҙәге белгестәре был ысул хакимиәттәргә хеҙмәтләндереү кимәлен камиллаштырырға, күҙәтеү органына — халыҡ мөрәжәғәттәренә тиҙ арала яуап бирергә ярҙам итә, тигән фекерҙә. Әлегә улар халыҡ көнкүрешендә иң мөһим 38 төрлө проблеманы күҙ уңында тотҡан мөрәжәғәтнамә өлгөһөн әҙерләгән. Өфө проект эшләүселәренең тикшеренеүҙәр төркөмө етәксеһе белдереүенсә, программа Өфөлә йәшәүселәрҙен ҡыҙыҡһыныуын яулаған.
Ғариза яҙыусы махсус программа
Тулыраҡ: Ғариза яҙыусы махсус программа