Ошо уңайҙан Ишембай районында “Йәшәһен урман” Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарылды. Уның эшендә Урман хужалығы министрлығы, урмансылыҡ эшсәндәре ҡатнашты. Маҡар урмансылығында урынлашҡан питомниктың майҙаны 22 гектарҙан ашыу. Бында күпселеген ҡарағай үҫтерәләр. Үҫентеләрҙең бер, ике йыллыҡтары бар. Һуңынан уларҙы Башҡортостан урмандарына сығарып ултырталар.Һуңғы йылдарҙа питомникта башҡа үҫентеләргә лә иғтибар бүлә башлағандар. Был тәү сиратта табыш алыу өсөн эшләнә. Мәҫәлән, биләмәлә күк шыршы, миләш, алма, груша, ихатаны биҙәү өсөн ҡыуаҡлыҡтар, 4 төр еләк үҫтерәләр.“Йәшәһен урман” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Урман хужалығы министрлығы белгестәре, эшселәре япон айваһы, еләк һәм алма ултыртты. Шулай уҡ, плантацияларҙы тәрбиәләне.Маҡар питомнигында барлығы 10 төр ҡыуаҡлыҡтар, ылыҫлы ағастарҙың 5 төрө, йәмғеһе 20 төрлө үҫемлек тәрбиәләнә. Һуңынан уларҙы бөтә республика буйынса таратып ултырталар. Башҡортостан урмандарға бай төбәк. Беҙҙә ағастарҙың 23 проценты ылыҫлы, ҡалғандары япраҡлы төргә ҡарай.
Урман хужалығы эшсәндәре һөнәри байрамын билдәләне
Тулыраҡ: Урман хужалығы эшсәндәре һөнәри байрамын билдәләне