Өфө районында йәшәгән Тамара Шәһинурова быйыл юбилейы уңайына үҙенә парашюттан һикереп бүләк эшләгән. 180-се һикереүҙе ул оло йәшенә ҡарамаҫтан еңел башҡарған. Киләһе йәйгә лә парашют менән осоу хыялымды тағы ла мотлаҡ башҡарасаҡмын, ти ул. Парашюттан һикергәндә төшөрөлгән был фотоһүрәттәрҙе Тамара Шәһинурова көн дә тиерлек ҡарай. Быйыл 80 йәшен тултырған ханым парашюттан 180-се һикереү башҡара. Тамара парашют спорты менән Өфө аэроклубында шөғөлләнә башлай, һәм 22 йәшендә генә ЯК-12 самолетында иң тәүге һикереүҙе башҡара. Туғыҙ йыл дауамында ул парашюттан 178 тапҡыр оса. Элек парашюттан һикереүе күпкә ауырыраҡ һәм ҡурҡынысыраҡ ине, тип хәтерләй ул. Тимер ҡошто һәм һауаны яҡын дуҫы иткән ханым 1961 йылда башҡа парашютсылар менән ҡышҡы төндә осоп, донъя рекорды ҡуя. Парашюттан һикергән ваҡытта уның һаулығына зыян килтерерлек хәлгә лә тарығаны була. 180-се һикереүҙе үҙемдең 80 йәшлек юбилейыма бүләк итеп эшләнем, ти Тамара Николаевна. Быйыл парашюттан осоу серҙәрен өйрәтергә һәм ошо адреналинды тойорға үҙе менән бергә ҡыҙы Еленаны ла ала. Парашютҡа минең һөйөүем бер ҡасан да һүнмәйәсәк һәм 181-се һикереүҙе киләһе йәйҙә мотлаҡ башҡарасаҡмын, ти һикһән йәшлек парашютист.
Һикһән йәшлек парашютист
Тулыраҡ: Һикһән йәшлек парашютист