Күгәрсен районы халҡы ла "Милләттәр кросы 2017" ярышына әүҙем ҡушылды

Тулыраҡ: Күгәрсен районы халҡы ла "Милләттәр кросы 2017" ярышына әүҙем ҡушылды

Мораҡ ауылы янындағы район һабантуйы яланында уҙған спорт байрамында олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашты. Югереүҙә һигеҙ йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Улар араһында төрлө ойошмалар коллективтары, ауыл биләмәләре вәкилдәре, уҡыусы балалар һәм ябай спорт һөйөүселәр бар ине. Спорт һөйөүселәр төркөмдәргә бүленеп ике маршрут буйынса ярышты. Финиш һыҙығында уларҙы актив көйәрмәндәр ҡаршы алды. Беренсе килгәндәргә маҡтау грамоталары һәм миҙалдар тапшырылды.