Уларҙа башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙоноң йырҙары яңғыраясаҡ.Сентябрь аҙаҡтарында Ҡазанда, ә киләһе йыл Өфөлә йырсының хәтер кисәләрен үткәреү ҡарала. Татарстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи 1960 йылда Тәтешле районы Үрге Сәләй ауылында тыуған. Йырсының репертуарында 300-ҙән ашыу йыр бар ине. Хәниә Фәрхигә «Әлдермешкә ҡайтам әле», «Һағынам һине, Питрәс», «Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәлә», «Онотолор тимә», «Ҡазан кистәре», «Ҡышҡы сейә» кеүек йырҙары ҙур билдәлелек килтерҙе. Ул тыуған ауылына әсәһен күрергә тип ҡайтҡанда 27 июль йөрәге туҡтауҙан вафат булды, уға ни бары 57 йәш ине.
Өфөлә һәм Ҡазанда Хәниә Фәрхиҙең иҫтәлегенә концерттар уҙасаҡ
Тулыраҡ: Өфөлә һәм Ҡазанда Хәниә Фәрхиҙең иҫтәлегенә концерттар уҙасаҡ