Рәсәй хөкүмәте яғыулыҡ акциздарына хаҡ арттырырға йыйына

Тулыраҡ: Рәсәй хөкүмәте яғыулыҡ акциздарына хаҡ арттырырға йыйына

Рәсәй хөкүмәте пландан тыш яғыулыҡ акциздарына хаҡ арттырырға йыйына. Был инде автозаправкаларҙағы бензиндың ҡиммәтләнеүенә килтерәсәк, тип белдерә белгестәр. Хөкүмәт акцизға хаҡты 50 тингә күтәрергә уйлай. Был иһә бензиндың бер литры 1,5 процентҡа, йәғни, 60 тингә ҡиммәтләнәсәк, тип көтөлә.Баҙар шарттарын иҫәпкә алғанда, йыл аҙағына тиклем яғыулыҡтың бер литрына хаҡ 3 һумға тиклем артасаҡ, тип фаразлай белгестәр.