Белем алыу – энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу

Тулыраҡ: Белем алыу – энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу

Өфө мәктәптәренең береһе янындағы юлға ашығыс ремонт кәрәк. Уҡыусылар, уҡытыусылар белем усағына барып етер өсөн, ҡаршылыҡтар аша үтергә мәжбүр. Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыусылар 3 йылдан ашыу китап-дәфтәрһеҙ түгел, ә юлһыҙлыҡтан интегә. 49-сы мәктәп директоры урынбаҫары Фәлән Фәләнова әйтеүенсә, ул ниндәй генә инстанцияларға мөрәжәғәт итмәгән, кемгә генә хат яҙмаған. Тик был мәсьәләгә һаман да хәл ителмәй.Балаларға хәҙер физкультура дәресе лә кәрәкмәй. Белем алғың килә икән, тәүҙә һикерергә өйрән. Мәктәпкә тик бәләкәй генә күләүектәр аша һикереп барып етеп кенә була. Ә ямғыр яуған ваҡытта юл бөтөнләй һыу аҫтында ҡала, ти ата-әсәләр.Юл, тротуар ғына түгел. Бында ямғыр һыуҙары аҡһын өсөн улаҡтар ҙа юҡ. Ямғыр, ҡар һыуҙары аҡҡанда, бәләкәй генә тыҡрыҡ, ҙур йылғаға әйләнә. Эргәләге балалар баҡсаһы, утрау эсендә ҡала.Бынан ярты йыл элек, тыҡрыҡты рәткә килтерәләр. Хатта Октябрь проеспектынан алынған иҫке асфаль ҡатламын да түшәйҙәр. Тик беренсе ямғыр һыуҙары яңы түшәлгән асфальт ҡатнашмаһын шунда уҡ йыуып бөтөрә.Ҡала хакимиәте был мәсьәлә ҡасан хәл ителер тигән һорауға аныҡ яуап әле бирмәне. Тимәк, “Сабырлыҡтың төбө – һары алтын” тиеп, өмөт итергә генә ҡала.