Башҡортостан балаларҙың кәм тигәндә 50 процентына вакцина яһарға әҙер

Тулыраҡ: Башҡортостан балаларҙың кәм тигәндә 50 процентына вакцина яһарға әҙер

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 2017-2018 йылдарҙа грипптың ниндәй төрө тараласағын иғлан итте. Быйыл вирустың яңы штаммы көтөлә. Ғалимдар уға “мичиган” тигән исем биргән. Эпидемияны иҫкәртеү өсөн Башҡортостанда ашығыс саралар күрергә мәжбүр. Эпидемия йыл һайын миллиардтарса һумлыҡ зыян килтерә. Сир тәү сиратта балаларҙы, эшкә һәләтле граждандарҙы аяҡтан йыға. Киҙеү Башҡортостанға килеп етмәҫ, тигән ышаныс бар. Башҡортостан бөгөндән үк балаларҙың кәм тигәндә лә 50 процентына вакцина яһарға әҙер. Башҡортостанда бөгөн вакцинацияға барлыҡ дарыуханалар ҙа йәлеп ителгән. Махсус кампания октябрь уртаһына тиклем барасаҡ.