Яңы ижад миҙгеле алдынан матур йолаға әүерелгән осрашыу был юлы ла мәҙәни сараларға бай булмаҡсы. Тамашасылар өсөн театрлаштырылған тамашалар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Кескәй театр һөйөүселәрҙе әкиәттәр һәм анимация программалары көтә. Театр төнөнә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай һәм Туймазы ҡалаларынан 20-нән ашыу коллектив йәлеп ителгән. Быйыл да ойоштороусылар бер нисә тематик маршрут тәҡдим итә. Улар бер кистә бер нисә майҙансыҡта булырға мөмкинлек бирә. Бөтә маршруттар өсөн бушлай автобустар йөрөйәсәк.
Бөгөн республикала «Театр төнө» уҙа
Тулыраҡ: Бөгөн республикала «Театр төнө» уҙа