Быйыл Театр төнөндә Өфө халҡына үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирелә

Тулыраҡ: Быйыл Театр төнөндә Өфө халҡына үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирелә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры профессиональ артистар менән бер сәхнәлә сығыш яһарға теләүселәр өсөн кастинг иғлан итте. Төп театры сәхнәһендә мауыҡтырғыс шоу үтәсәк. Кастингты үткән өфөләр тамашала ҡатнаша һәм «Халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемде яулай ала. Йыйылған тамашасылар эксперттар ролендә сығыш яһаясаҡ, улар тауыш биреү менән еңеүселәрҙе билдәләй.