Ғафури районының Красноусол ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышының баһадир яугирҙарына, «Төньяҡ амурҙарға» арналған һәйкәл асыу һәм 1812 йылғы Ватан һуғышының 205 йыллығы хөрмәтенә ғәҙәти уҡтан атыу буйынса турнир ойошторола.Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе, «Мәргән уҡсы» атта сабып барған килеш уҡтан атыуҙы һәм ғәҙәти уҡтан атыуҙы үҫтереү ойошмаһы уҙғарған турнир еңеүсеһенә Күрпәс бей исемендәге бүләк тапшырыласаҡ. Республикала йәйәнән уҡ атыу ярыштары йылдан-йыл билдәлелек ала бара.
Ғафури районында 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙарына һәйкәл асыла. «Мәргән уҡсы»
Тулыраҡ: Ғафури районында 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙарына һәйкәл асыла. «Мәргән уҡсы»