Автомәктәп республикала тәүгеһе. Хәҙер уҡыусыларға мәктәпте тамамлағанда белем алыу тураһындағы таныҡлыҡ менән бергә водитель таныҡлығын ла бирелә. Киләһе йылдан башлап, бындай мәктәптәрҙе ҡаланың һәр районында асыу, артабан тәжрибәне республиканың ҙур ҡалаларына һәм районындарына таратыу ҡарала.Беренсенән-туғыҙынсы синыфҡа тиклем, уҡыусылар махсус программа буйынса шөғөлләнә. Артабан унынсы класстан, буласаҡ водителдәр өсөн практик күнекмәләр башлана. Уҡыу программаһы бер йылға ҡаралған. 17 йәше тулғандар ихтиман тапшырып, 18 йәшендә водитель таныҡлығын алып сыға.Фәлән Фәләнов әйтеүенсә, кемдәр башланғыс класстарҙан шөғөлләнә, уларға водитель һөнәрен үҙләштереү еңел бирелә. Сөнки уҡыусылар психологик яҡтан бер-нисә йыл әҙерләнә.Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бындай автомәктәп тәү сиратта үҫмерҙәр араһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Өфөлә үҫмерҙәр автомәктәбе асылды
Тулыраҡ: Өфөлә үҫмерҙәр автомәктәбе асылды