Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров Америка дәүләт секретары Рекс Тиллерсон менән осрашҡандан һуң Мәскәү Вашингтондың “Урта һәм яҡын арауыҡҡа осҡан ракеталарҙы юҡ итеү тураһындағы” килешеүҙе үтәүендә шикләнә тип белдерҙе. Әйткәндәй, Американың да Рәсәйгә был йәһәттән дәғүәләре бар. Киләсәктә был йүнәлештә һөйләшеүҙәр дауам итәсәк, тигән Сергей Лавров.
Рәсәй президенты Владимир Путин Ленинград өлкәһендә Рәсәй һәм Белоруссияның берлектәге “Көнбайыш-2017” хәрби күнекмәләре барышын күҙәткән. Унда сит илдәрҙән донъяның 60 иленән 90 күҙәтеүсе һәм хәрби атташе саҡырылған.
Мексикала ер тетрәү сәбәпле 250 кеше һәләк булған. Илдең башҡалаһы Мехикола күп биналар емерелгән. Урындағы аэропорт ябылған, транспорт хәрәкәте туҡтаған. Ил етәкселеге Мехикола ғәҙәттән тын хәл иғлан иткән. 2 миллион самаһы кеше утһыҙ тороп ҡалған.
Мария көндән көн нығыраҡ ҡотора. Ул ике кешенең ғүмерен өҙгән. Хәбәрһеҙ юғалғандар байтаҡ. “Мария” дауылына иң юғары- бишенсе ҡеүәт категорияһы бирелгән. Уның үҙәгендә ел көсө сәғәтенә 260 саҡырымға етә.