Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводында һыйырҙарға махсус датчик ҡуя башлағандар.

Тулыраҡ: Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводында һыйырҙарға махсус датчик ҡуя башлағандар.

Дүртөйлө районында Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводында һыйырҙарға махсус датчик ҡуя башлағандар. Ул малҡайҙарҙың сирен, яһалма ҡасырыу ваҡытын асыҡларға ярҙам итә. Хужалыҡ белгестәре һыйырҙарҙың быҙауға ҡалғанмы икәнен дә билдәләй ала. Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы совет осоронан бирле уңышлы эшләп килә. Бында 90-сы, 2000-се йылдарҙа ла хужалыҡты талап алырға һәм тарҡатырға юл ҡуймағандар. Хәҙер предприятие заманса технологиялар менән эш итә. Һәр малға чип ҡуйыла.Бында һәр һауын һыйырына махсус датчик ҡуялар. Ул малҡайҙың күпме ашағанын, күпме һөт биргәнен, ниндәй һөт биргәнен, уға ниндәй витаминдар кәрәклеген, сирләйме әллә сәләмәтме икәнен билдәләй. Быларҙың барыһы ла белгестәргә ваҡытында саралар күрергә ярҙам итә.Хужалыҡта күберәген ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар аҫырала. Башҡа тоҡомло малдарға ла иғтибар бүленә. Етәкселек һөтсөлөк яҡшы аҡса килтергәнен күптән аңлап, был йүнәлештә эш алып бара. Һыуыҡкүл комплексындағы аҙбарҙарҙы быйыл февраль айында төҙөкләндерә башлағандар. Йәй уртаһында бында эштәр тулыһынса тамамланған һәм яңы ҡорамалдар ҡуйылған. Сығымдар 40 миллион һумға яҡын. Аҡсаның яртыһынан күбеһе хужалыҡ аҡсаһы. Хужалыҡта бер меңдән ашыу мал аҫырала. Шуларҙың 600-ҙө һауын һыйыры. Һәүкәштәрҙең яртыһына тиерлек датчиктар ҡуйылған да инде. Киләсәктә бында барлыҡ һауын һыйырҙарына ла ошондай ҡоролма ҡуйырға йыйыналар. Һыйырҙар һауылғас, коридор буйлап аҙбарға юллана. Әгәр, малҡай сирләп китһә йә ҡасырырға кәрәк булһа, уларҙы айырым бүлмәгә бикләйҙәр. Ошо урында ҡуйылған махсус ҡорамалдар һыйырҙың аяғында торған датчикты уҡый һәм ишекте аса. Ҡалғандары аҙбарға юлын дауам итә. Яңыраҡ тоҡомсолоҡ заводында малҡайҙарға ҡатнаш аҙыҡ менән ҡуша биовитаминдар бирә башлағандар. Был иһә һауылған һөттөң күләмен 25 процентҡа арттырырға ярҙам иткән. Тәүлегенә Һыуыҡкүл комплексында ғына 12 тоннанан ашыу һөт һауыла. Шуның 11 мең ярым тоннаһы һатыуға китә. Күрелгән саралар арҡаһында һыйырҙар 17-35 литр һөт бирә. Предприятие етәкселеге заманса ҡорамалдар, сит ил технологиялары, яңы техника, ә иң мөһиме тырыш хеҙмәтсәндәренә таянып эш итә. Бында йыл аҙағына тәүлегенә һауылған һөт күләмен 15 тоннаға еткерергә йыйыналар. Ә киләсәктә тағы ла бер аҙбарҙы төҙөкләндереп, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырырға уйлайҙар.