Ҡырымдың Министрҙар Советы “Юбилейный” шифаханаһы милкен Башҡортостан ҡарамағына тапшырырға ҡарар итте. Төбәк хөкүмәте ҡабул иткән ҡарарҙа әйтелеүенсә, балалар шифаханаһын 31 декабргә тиклем Башҡортостандың дәүләт милкенә тапшырыу тамамланырға тейеш. Шулай итеп, 2004 йылда төҙөкләндерелгән ике һәм өс ҡатлы корпустарҙан торған комплекс беҙҙең республика ҡарамағына күсә. Санаторий биләмәһендә парк, кинотеатр, спорт майҙансығы, сауна, китапхана, бейеү майҙаны, медицина пункты һәм автомобилдәр ҡуйыу урыны бар. Евпаториялағы был шифахана төҙөкләндерелгәндән һуң балалар өсөн Рәсәйҙәге иң яҡшы һауыҡтырыу үҙәгенә әйләнергә тейеш.
Башҡортостандың Ҡырымда үҙ шифаханаһы буласаҡ
Тулыраҡ: Башҡортостандың Ҡырымда үҙ шифаханаһы буласаҡ