Сахай ауылы янындағы фажиғәлә МАН йөк машинаһы водителе ғәйепләнә. Ул ҡаршы яҡ юлға килеп сығып, дүртенсе маркалы ВАЗ автомобиленә бәрелгән. Еңел машина водителе 51 йәшлек ҡатын фажиғә урынында йән бирә, салондағы пассажир дауаханала вафат була. Фаразлауҙар буйынса, фура водителе руль артында йоҡлап киткән. Ә Салауатта иһә иҫерек килеш машина йөрөткән йәш кешене 4 айға төрмәгә ябасаҡтар. Тәртип боҙған утыҙ дүрт йәшлек водитель эсеп бер-нисә тапҡыр тотолған. Хәҙер суд уға штраф һалып, төрмәгә ябыу тураһында ҡарарҙы раҫланы.
Ҡырмыҫҡалы районындағы аварияла 2 кешенең ғүмере өҙөлдө
Тулыраҡ: Ҡырмыҫҡалы районындағы аварияла 2 кешенең ғүмере өҙөлдө