Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль яҡлау, төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь, ауыл, урман хужалыҡтары һәм эшҡыуарлыҡ тармаҡтары республиканың 27 дәүләт программаһына ярашлы үҫешә. Хөкүмәт ултырышында 2017 йылдың тәүге яртыһында ошо документтарҙың үтәлеш барышы тикшерелде. 173 миллиард һум тирәһендә тәғәйенләнгән сығымдарҙың 87 милларды тотонолған. Программаларҙа ҡаралған бурыстар исемлеге һәм күләме тейешенсә үтәлә, тип белдерҙе республиканың иҡтисади үҫеш министры. Ауыл, урман хужалығы һәм торлаҡты сафҡа индереү өлкәһендә йыл аҙағына тиклем күрһәткестәрҙе яҡшыртыу мөмкинлеге бар.
Дәүләт программалары нисек үтәлә?
Тулыраҡ: Дәүләт программалары нисек үтәлә?