Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү кимәле яҡшырасаҡ

Тулыраҡ: Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү кимәле яҡшырасаҡ

Бөгөнгө көндә төбәктә 47 полигон бар. Әммә законһыҙ сүплектәр 2 меңдән ашыу. Урындағы коммуналь хеҙмәткәрҙәр нисек кенә тәртип урынлаштырырға тырышмаһын, сүп өйөмдәре яңынан барлыҡҡа килеп тора. Был хәл ҡалдыҡтар буйынса төбәк операторы килеү менән үҙгәрергә тейеш. Ә әлегә инде урындағы хакимиәттәргә ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыуға шарттар тыуҙырыусы “юл картаһын” төҙөргә тәҡдим ителгән.