Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Әммә аҙнаның тәүге яртыһында температура норманан 2-4 градусҡа юғарыраҡ булыр тип көтөлә – көндөҙ һауа температураһы 24-27 градусҡаса йылынасаҡ. Арктик һауа массаһының республика биләмәһенә үтеп инеүенә бәйле кесе йоманан һауа температураһы 6-7 градусҡа түбәнәйәсәк. Төндә ҡырау төшөүе лә ихтимал. Төндәрен 4, 5 градус йылы, көндөҙ 15 градус йылы буласаҡ.
Һауа торошо
Тулыраҡ: Һауа торошо