Башҡортостан таланттарға бай төбәк

Тулыраҡ: Башҡортостан таланттарға бай төбәк

Кемдер техника эшләп халыҡты шаҡ ҡатыра, берәүҙәр яңы технологиялар уйлап таба, ә бәғзеләр ҡул эштәре менән кешеләрҙең һөйөүен яулай. Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе ҡул оҫтаһы Венера Ғизәтуллина ла тап шундайҙарҙың береһе. Ул төрлө материалдан матурлыҡ тыуҙыра. Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе Венера Ғизәтуллинаның эштәре район, республика кимәлендә үткәрелгән күргәҙмә-конкурстарға йыш ҡуйыла. Уларҙа ҡатнашып оҫта төрлө диплом-грамоталар, рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Ханымдың һүрәттәре күпселеген сәскәләргә һәм тәбиғәткә бағышлана. Таҫмаларҙан эшләнгән картиналар йорттоң һәр бүлмәһендә тиерлек ҡуйылған. Венера Ғизәтуллина уларҙы күңел йылыһын һәм бар һәләтен биреп яһай. Сәскәләргә һөйөү бала саҡтан килә, ти ул.Матурлыҡты мәңгеләштерергә тырышҡан ханымдың ҡул эштәрен кешеләр теләп һатып ала. Туйҙарға һәм юбилейҙарға бүләк итә. Камиллыҡтың сиге юҡ, тигәндәй, ҡул оҫтаһы бөгөн дә интернеттан видеояҙмалар ҡарап, яңы алымдар өйрәнә. Өфөлә махсус курсттарҙа уҡып ҡайтҡан. Яңыраҡ энкаустиканы үҙләштергән. Яратҡан шөғөлөң менән булышҡанда ваҡыт һиҙелмәй, ти ханым. Бында иң мөһиме: һөҙөмтә. Бер көнлөк ижад — матурлыҡтың бер сағылышы булып, йылдар буйына һаҡлана, ти.Венера Ғизәтуллина һәр ваҡыт эҙләнеү юлында. Үҙен төрлө жанрҙарҙа һынап ҡарай. Оҫта көнкүреш материалынан да сәнғәт тыуҙыра ала. Ҡайһы бер эштәре сигелеп, буялып, тегелеп, йәбештерелеп яһала. Венера Ғизәтуллинаның коллекцияһында тиҫтәләгән һүрәт бар. Ҡул оҫтаһы бай фантазияһын ҡушып ижад итә. Хатта йортҡа килеп инһәң, үҙеңде әкиәт донъяһына эләккәндәй тояһың. Бала сағынан сәнғәткә ғашиҡ булһа ла, Венера Ғизәтуллина хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына был эшкә ентекләп тотона. Элегерәк буш ваҡыт табып булмаһа, хәҙер төрлө материалдан сәнғәт әҫәре тыуҙырыу төп шөғөлө. Ҡул оҫтаһы «Минең өсөн был шөғөл үҙенә күрә ял терапияһы, тип билдәләй. Яҡындарын оҫтабикә байрам һайын көтөлмәгән бүләктәре менән дә һөйөндөрә.