“Бинбанк”ты бөлгөнлөктән һаҡлап алып ҡалыу өсөн иҡтисади һәм финанс яҡтан һауыҡтырыу тураһындағы хәбәр кредит ойошмаһының Башҡортостандағы филиалдары эшмәкәрлегендә сағылыш тапманы. Банктың Өфөләге һигеҙ филиалы ла, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларындағы бүлексәләре лә ҡәҙимге режимда эшләй. Банкоматтарҙан аҡса ала алмаусылар тураһында ла хәбәр ителмәй. Башҡортостанда Бинбанк әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Ул кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмаларына уңайлы шарттарҙа кредиттар биреп билдәлелек алды.
Үҙәк банк “Бинбанк”ты бөлгөнлөктән һаҡлап алып ҡаласаҡ
Тулыраҡ: Үҙәк банк “Бинбанк”ты бөлгөнлөктән һаҡлап алып ҡаласаҡ