Был ресурс менән тәьмин итеү предприятиелары йәшәйеште тәьмин итеү системаларын ремонтлау буйынса эште тамамланы тигәнде аңлата. “Өфөнөң инженер селтәре” ойошмаһы 5 саҡырымда 17 участкала йылылыҡ торбаларын алмаштырған. Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләренә ярашлы, уртаса һауа температураһы биш көн рәттән 8 градус йылынан түбәнерәк торһа, йылытыу миҙгеле башлана. Социаль объекттарға ул иртәрәк тә бирелеүе ихтимал. Башҡала хакимиәтен бурыстар мәсьәләһе борсоуға һала. Әле халыҡтың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн 2 миллиард һумдан ашыу бурысы бар.
Ҡала хужалығының ҡышҡылыҡҡа әҙерлек паспортына ҡул ҡуйылды
Тулыраҡ: Ҡала хужалығының ҡышҡылыҡҡа әҙерлек паспортына ҡул ҡуйылды