Синоптиктарҙың яҡынса күҙаллауҙарына ҡарағанда, Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында һәм Урал федераль округында ҡыштың тәүге яртыһы былтырғыға ҡарағанда ла йылыраҡ буласаҡ. Башҡортостанда октябрҙә температураның норманан 2 ярым градусҡа юғары, ноябрҙә иһә 5 градусҡа һалҡыныраҡ булыуы көтөлә. Декабрь, ғинуар һәм февраль ғәҙәттәгенән йылы киләсәк. Синоптиктар билдәләүенсә, һуңғы 17 йылда Рәсәй Гидрометеоүҙәгенең фараздары 58-81 процентҡа тура килә.
Быйыл ҡыш нисек буласаҡ?
Тулыраҡ: Быйыл ҡыш нисек буласаҡ?