Мутлашыу ысулы ябай. Башҡаланың Коммунистик урамында йәшәгән ғаиләгә үҙәктән фатир бирәләр. Ошо турала Рәсәйҙең торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороу фондына хисап ебәрелә. Ысынында, иһә, ғаиләгә үҙәктә түгел, ә Шаҡшаның ситендәге йорттан бүлмә тапшырыла. Йәшәргә яраҡһыҙ тип танылған был ике ҡатлы ағас йорттоң ишектәренә тыштан бик һалынған. Кешеләр үҙ торлағына үтә алмай июль аҙағынан туғандарында торорға мәжбүр. Ошо арала тәҙрә төбөндәге гөлдәр ҙә һулыған.Ҡатыны һәм дүрт йәшлек ҡыҙы менән баҡсанан ҡайтыуына фатирын юғалтҡанын аңлаған Энрике Бәшириҙең өмөттәре лә шул гөлдәр кеүек. Был кешеләр иҫке фатирын ҡабат күреүгә ышанмай, яңыһының адресында шикләнә. Рәсәйҙең торлаҡ Фондынан хәбәр итеүҙәренсә, ул башҡаланың географик үҙәгендә төҙөлгән өр-яңы йорттарҙың береһендә урынлашҡан. Бындай тәҡдимдән баш тартмаҫ инек, әммә ул хаҡта әйтеүсе булманы, ти Энрике. Коммунистик урамы 17 кәсер 4 һанлы емерек йортта йәшәгән фатир хужаларына Шаҡшаның иң алыҫ яланында төҙөлгән йортта бүлмә ҡаралған. Тиң ҡиммәтле шарттарҙан уның, бәлки, майҙаны тап килгән. Өфөнөң тарихи үҙәгендәге йорт менән сағыштырғанда тиң фатир ҡала ситендәге өйҙә, сауҙа, дарыухана, йәмәғәт транспорты туҡталышынан кәм тигәндә саҡрым алыҫлыҡта. Энрикеҙың ғаиләһе күсереү шарттары менән килешмәй үҙ мәнфәғәттәрен суд аша ҡайтарырға була. Рәсәй торлаҡ реформаһына булышлыҡ фондынан иһә был мәсьәләнең күптән хәл ителгәнлеген раҫлаусы хат килә. Тимәк, Өфө етәкселәре Мәскәүҙәге хеҙмәттәштәренә был йортта йәшәгәндәрҙе ғәҙел күсергәнен хәбәр иткән. Тик ғәмәлдә шарттар ғәҙел килеп сыҡмай. Хәйер, Өфө хакимиәтенең был турала үҙ хәҡиҡәте бар.Хәлде асыҡлауҙы үтенеп Бәшири юристарға мөрәжәғәт итә. Әле яңы асыҡланған шарттарҙы иҫәпкә алып ғариза яҙылған.Хоҡуҡ белгестәре бындай хәлдең берәү генә булмауын дәлилләй. Коммунистик урамынан алыҫ түгел Госпиталь урамындағы емерек өйҙә йәшәүселәр торлаҡ реформаһына булышлыҡ итеү фонды мәғлүмәттәренән ҡарап Кузнецов затонындағы Геологтар урамында улар өсөн махсус йорт төҙөлгәнен асыҡлаған. Тик муниципалитет вәкилдәре торлаҡ хужаларын был хаҡта иҫкәртергә йә теләмәй, йә онотҡан. Быны ла ғәҙеллек яҡлы кешеләр суд аша белергә ниәтләй.
Өфөлә таушалған йорттарҙа йәшәүселәргә яңы торлаҡ биреүгә бәйле янъял ҡубырға тора
Тулыраҡ: Өфөлә таушалған йорттарҙа йәшәүселәргә яңы торлаҡ биреүгә бәйле янъял ҡубырға тора