Ишембай районы халҡы автобус булмау сәбәпле дауаханаға, магазиндарға йөрөй алмай интегә. Йөклө ҡатындар аҙна һайын тиерлек ҡала поликлиникаһында анализ тапшырыу өсөн такси саҡыртырға мәжбүр. Ни өсөн “Башавтотранс” йәмәғәт транспортының хәрәкәт итеү теҙмәһе ҡапыл үҙгәрҙе? Сентябрь айы башында ғына Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡы автобуста ҡалаға йөрөп ҡыуанғайны. Әммә был шатлыҡ оҙаҡҡа һуҙылмай. Ошо көндәрҙә ни сәбәптәндер ул йөрөүҙән туҡтай. Ауыл халҡы бигерәк тә дарыуханаға мохтаж. Автобус булмағас, уларға такси саҡыртырға тура килә. Әммә, машиналарҙың күбеһендә сабыйҙар өсөн тәғәйенләнгән урын булмау сәбәпле, йәш балалы әсәләргә күпкә ауырға төшә.Компьютер томографияһын үтеү маҡсаты менән йәш әсә Регина Зөбәйҙуллина ун йәшлек улы менән дарыуханала бер ай буйы сиратта тора. Әммә автобус булмау сәбәпле, улар ҡалаға барып өлгөрмәй. Хәҙер йәш балаға табипҡа күренер өсөн тағы бер ай көтөргә тура килә. Ситтә уҡып йөрөгән студенттар ҙа автобус йөрөмәү сәбәпле ҡайта алмай. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, һуңғы ике аҙна тирәһе йәмәғәт транспортының хәрәкәт итеү теҙмәһен ҡарауҙан файҙа юҡ. Күптәрҙең һатып алынған транспорт картаһы ла юҡҡа сыға. Өс сәғәткәсә тиклем тимер ат көткән пассажирҙар һөҙөмтәлә, йә машина саҡырта, йә иһә теләгән ерҙәренә бара алмай тороп ҡала.Ни өсөн йәмәғәт транспорты йөрөүҙән туҡтаны тигән һорауға водительдәр ҙә, кондукторҙар ҙа, диспетчерҙар ҙа яуап ҡайтара алмай. «Башавтотранс» вәкилдәре автобус мәсьәләһе буйынса аныҡ ҡына аңлатма бирмәй. Ишембай районы хакимиәтендә лә автобус йөрөүҙән туҡтауға етди борсолоу белдерәдәр. Әле был мәсьәлә хәл ителгәнсе халыҡ шәхси автобустарҙа йөрөргә, йә иһә такси саҡыртырға мәжбүр. Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы биләмәһендә 3000-н ашыу кеше йәшәй. Был биләмәгә барлығы ун ауыл теркәлгән. Шуларҙың береһе Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында ғына 750-н ашыу кешенең яртыһы көн дә тиерлек автобуста йөрөргә мохтаж. Бер ай тирәһе ҡалаға автобуста барыу мөмкинлегенә һәм уңайлығына кинәнеп өлгөргән халыҡ, тере ҡулһыҙ ҡалғандай булдыҡ, ти.
Ишембай районы дауаханаға, магазиндарға йөрөй алмай интегә
Тулыраҡ: Ишембай районы дауаханаға, магазиндарға йөрөй алмай интегә